ТАҺИРОВА Клара Фоат ҡыҙы (24.1. 1957, БАССР‑ҙың Балтас р‑ны Шауъяҙы а.), инженер‑электромеханик. Техник ф. д‑ры (2008), проф. (2010). ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1979) “Кабель” КБ‑нда (Өфө) эшләй. 1984 й. алып ӨДАТУ‑ла. Фәнни эшмәкәрлеге нефть сығарыуҙа мәғлүмәт‑үлсәү, идара итеү системаларын уйлап табыуға арналған. Т. етәкс. “нефть ҡатламы участкаһы—скважина—насос ҡорамалы” динамик моделдәренең иерархия системаһы нигеҙендә сығарыу скважиналары төркөмө м‑н координациялап идара итеү концепцияһы, скважиналарҙың эш режимдары м‑н идара итеү алгоритмдары, скважиналағы штангалы насос ҡулайламаһының торошон диагностикалауҙың интеллектуаль системаһы һ.б. эшләнә. 130‑ҙан ашыу фәнни хеҙмәт һәм 14 уйлап табыу авторы.

Х е ҙ м.: Модели систем автоматического управления и их элементов. М., 2003 (авторҙ.); Информационно-управляющие системы в нефтедобывающей промышленности. М., 2008 (авторҙ.).

Б.Ғ.Ильясов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов