ТАҢҒАТАРОВ Әхнәф Йыһангир улы [1892, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Теләкәй‑Ҡобау а. (БР‑ҙың Бүздәк р‑ны) — 25.1.1954, БАССР‑ҙың Ауырғазы р‑ны Талбазы а.], яҙыусы. “Ғосмания”, “Хөсәйениә” мәҙрәсәләрендә уҡыған. Коканд ҡ., һуңынан Башҡортостан ауылдарында уҡытҡан. 1918—19 йй. “Берлек”, “Ярлы тауышы” гәз. хеҙм‑ре, 1920 й. алып халыҡ хужалығының төрлө тармаҡтарында эшләй. Т. ижады башҡ. әҙәбиәтендә романтизмдың үҫешенә ҙур йоғонто яһай. “Тауҙарға ҡарағанда”, “Өмөт алдында”, “Мине дуҫ күргәндәргә” һ.б. нәҫерҙәре нигеҙендә — йәшәү һәм үлем, кешенең йәшәү маҡсаты т‑дағы уйланыуҙар. 1938 й. репрессиялана (5 йылға хөкөм ителә), 1957 й. аҡлана.

Әҙәб.: Башҡорт әҙәбиәте. ХХ быуат башы. 2‑се кит. Проза. Драматургия. Өфө, 1984.

М.Х.Нәҙерғолов

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов