ТАМЪЯН ЫРЫУЫ ШӘЖӘРӘҺЕ, башҡ. ауыҙ‑тел ижады ҡомартҡыһы, шәжәрә. Төрки телендә яҙылған. 1799 й. тиклем төҙөлгән, күсермәһе 1820 й. эшләнгән. Беренсе өлөшөндә Шәғәли Шаҡман бей вариҫтарының генеалогик ағасы бирелгән. Икенсе өлөшөндә ҙур булмаған текст м‑н көньяҡ‑көнсығыш башҡорттарының Рус дәүләте (ҡара: Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуы) составына ҡушылыуы һәм уларҙың жалованный грамота алыуы т‑да бәйән ителә. Шәжәрә тамъян ырыуының ергә хужа булыу хоҡуғын (ҡара: Башҡорттарҙың аҫабалыҡ хоҡуғы) раҫлаған документ хеҙмәтен үтәй. 20 б. башында эшләнгән күсермә Ғилми архивта һаҡлана, “Башҡорт шәжәрәләре” (“Башкирские шежере”; 1960) йыйынтығында баҫылып сыҡҡан.

М.Х.Нәҙерғолов

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018