ТАЖИ (Тажитдинов) Мөхитдин Язар улы [3.4.1906, Ырымбур губ. Верхнеурал өйәҙе Кәртәле а. (БР‑ҙың Белорет р‑ны) — 11.8.1991, Өфө], шағир. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1936). 1929—33 йй. “Башҡурдистан” (ҡара: “Башҡортостан”) гәз., 1936—38 йй. һәм 1950—53 йй. ТТӘИ, 1939 й. алып БАССР ХКС эргәһендәге Сәнғәт эштәре б‑са идаралыҡ, 1942—46 йй. БАССР ХКС эргәһендәге Респ. радиолаштырыу ком‑ты, 1948—49 йй. “Ҡыҙыл Башҡортостан” гәз., 1953—59 йй. “Әҙәби Башҡортостан” (ҡара: “Ағиҙел”) ж. хеҙм‑ре. Әҫәрҙәре 1928 й. баҫыла башлай. “Беҙҙең ил” (1933), “Һулыш” (1954), “Һайланма шиғырҙар һәм поэмалар” (1956) шиғри йыйынтыҡтары, “Әй буйында” (1933) пьесаһы һ.б. авторы. Ижадының төп тематикаһы — хеҙмәт, ижад итеү шатлығы һәм героикаһы. Әҫәрҙәре урыҫ теленә тәржемә ителгән. Е.Ильинаның “Дүртенсе бейеклек” (“Четвёртая высота”), Мольерҙың “Ирекһеҙҙән табип” (“Лекарь поневоле”), ш. уҡ В.В.Маяковский, К.Л. Хетагуров һ.б. әҫәрҙәрен башҡ. теленә тәржемә иткән.

Ә ҫ ә р ҙ.: Тәлгәш ҡайын: поэма. Өфө, 1972; Тауҙар тауышы: шиғырҙар, поэмалар. Өфө, 1976; Беспокойство: стихи и поэма. Уфа, 1969.

 

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018