СҮКЕҮ‑ШТАМПЛАУ ТЕХНОЛОГИЯЛАРЫ, әҙерләмәнең локаль күләмен бүлгеләп, материалдарҙы пластик деформация иҫәбенә формалаштырыу. Т.‑ш.т. материалдарҙың тышҡы көстәр йоғонтоһонан емерелмәйенсә деформацияланыу үҙсәнлегенә нигеҙләнгән. Пластик формалаштырыу материалдарҙың структураһына һәм үҙсәнлектәренә ыңғай йоғонто яһауы, юғары етештереүсәнле, аҙ сығымлы булыуы м‑н айырыла. Т.‑ш.т. сүкеүгә, штамплауға һ.б. бүленә. Машина һәм приборҙар эшләү пр‑тиеларында махсус тимерлек‑штамплау ҡорамалдары – ҙур сүкеш, престар, технологик комплекстар, линиялар, ҡоролмалар файҙаланып ҡулланыла. Башҡортостанда 20 б. 80–90‑сы йй. ӨДАТУ, Металдарҙың үтә һығылмалылығы проблемалары ин‑ты, ӨМЭПБ, Технологиялар һәм производствоны ойоштороу ин‑ты (Өфө), “Автонормаль” ААЙ (Бәләбәй ҡ.) хеҙм‑рҙәре В.М.Грешнов, О.В.Голубев, В.А.Грибановский, А.Г.Ермаченко, Д.М.Закиров, Г.А.Салищев, М.А.Семаков, Ф.З.Үтәшев һ.б. тарафынан фән ҡаҙаныштарын күпләп талап иткән Т.‑ш.т. эшләнгән һәм титан иретмәләренән үтә һығылмалылыҡ шарттарында авиация двигателдәре деталдәрен изотермик штамплау, ҡорос беркетеү изделиеларын түбән т-раларҙа күләмле итеп штамплау процестарына һ.б. индерелгән; металдарҙың структураһын “ҡом сәғәте” схемаһы б‑са пластик үҙгәртеү өсөн махсус гидропреслау конструкцияһы тәҡдим ителгән; оҙон күсәрле деталдәрҙең әҙерләмәләрен дифференциаль штамплау өсөн шыуҙырмалары күп булған кривошиплы пресс уйлап табылған, күсәргә ҡарата симметрик деталдәрҙе үтә һығылмалы хәлендә йәйеп яһау технологик комплексы эшләнгән. Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе, “Автонормаль” пр-тиеларында һ.б. деформация сығанағы локаль һәм күсмә булған саҡта штамплау процестарын тормошҡа ашырыусы һығылмалы технологик комплекстар һәм автоматлаштырылған линиялар эшләнә.

В.М.Грешнов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Илл.: Изотермик штамплау өсөн гидравлик пресс

 

Яндекс.Метрика