АРЫШПАР, Белорет р‑нындағы ауыл, Инйәр а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 110 км һәм Инйәр т. юл ст. К.‑Көнб. табан 28 км алыҫлыҡта Мәнәйер й. (Инйәр й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 147 кеше; 1920 — 244; 1939 — 271; 1959 — 202; 1989 — 167; 2002 — 110; 2010 — 59 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002).

Ауылға Верхнеурал өйәҙе Ҡатай улусы Собханғол а. башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1834 й. алып билдәле. 1866 й. 18 йортта 104 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, урман кәсептәре, солоҡсолоҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Ю.Ғәримов

Текст на русском языке