ФРОЛОВА Татьяна Ивановна (23.11. 1922, Тифлис — 30.1.2007, Мәскәү), геолог. Геол.‑минералогия ф. д‑ры (1971), проф. (1972). Әзербайжан индустриаль ин‑тын тамамлаған (Баҡы, 1945). Фәнни эшмәкәрлеге геосинклиналь вулканизмды, ш. иҫ. уның колчеданлы мәғдәндәр барлыҡҡа килеү процестары м‑н бәйләнешен, Көньяҡ Уралдың көнсығыш битләүендәге вулкан ҡатламдарының формацияларға ҡарағанлығын, океандарҙың (Атлантик, Тымыҡ) һәм континенталь сиктәрҙең магматизмын өйрәнеүгә арналған. Ф. тарафынан Урал көнсығыш битләүенең ҙур масштаблы геол. карталары төҙөлгән. 240‑тан ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Х е ҙ м.: Магматизм и преобразование земной коры активных окраин. М., 1989 (авторҙ.); Атлас структур базальтов Мирового океана. Новосибирск, 1992 (авторҙ.).

Тәрж. Г.М.Ғәлиева

 

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.