ФОМИНА Елизавета Владимировна (20.9.1938, Полоцк ҡ.— 7.11.2012 БР‑ҙың Мәсетле р‑ны Оло Ыҡтамаҡ а.), педагог. БР‑ҙың халыҡ уҡытыусыһы (2008), БАССР мәктәбенең атҡ. уҡытыусыһы (1987), РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1984). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1961) Хәйбулла р‑нының Ивановка урта мәктәбе уҡытыусыһы, 1963 й. алып дир. урынбаҫары. 1964—2009 йй. 1‑се Оло Ыҡтамаҡ лицейында эшләй: 1967 й. башлап дир. урынбаҫары, 1979—93 йй. директор.

Тәрж. Ғ.Р.Бирҙина

 

Текст на русском языке