ФИЛИМОНОВ Леонид Иванович (22.7.1935, БАССР‑ҙың Дәүләкән р‑ны Вишнёвка а.), тау инженеры, дәүләт эшмәкәре. БР‑ҙың атҡ. нефтсеһе (1998), СССР‑ҙың нефть сәнәғәте отличнигы (1985), СССР‑ҙың почётлы нефтсеһе (1982), РФ яғыулыҡ‑энергетика комплексының почётлы хеҙм‑ре (1998). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1959) “Сахалиннефть” берекмәһендә эшләй: 1960—62 йй. быраулау мастеры, 1963 й. башлап 3‑сө быраулау контораһының баш инженеры, 1970 й. — “Дальнефтеразведка” тресының технология бүлеге нач., 1971 й. — Тунгор быраулау эштәре идаралығының баш инженеры, 1973 й. — начальнигы. 1976 й. алып “Башнефть” ПБ‑нда: өлкән инженер, 1978 й. башлап Бөрө быраулау эштәре идаралығының экспедиция начальнигы. 1979 й. алып (өҙөклөк м‑н) Көнсығыш нефть компанияһының “Томскнефть” ААЙ‑нда: 1980 й. башлап һәм 1991 й. — ген. дир., 1994 й. — президент, 1997—98 йй. президент—идарасы. 1984 й. алып “Нижневартовскнефтегаз” ПБ‑ның ген. директоры. 1987 й. башлап СССР нефть сәнәғәте министрының 1‑се урынбаҫары, 1989 й. — СССР нефть һәм газ сәнәғәте министры; 1998 й. — Нефть сығарыу идаралығының 1‑се вице‑президенты—нач., 1999 й. — 1‑се вице‑президенты, 2000 й. — “ЮКОС ЭП” ЯАЙ‑ның 1‑се вице-президенты, баш контролёры, 2006—07 йй. “ЮКОС РМ” ЯАЙ‑ның сәнәғәт, экология һәм янғын хәүефһеҙлеге б‑са вице‑президенты, 2016 й. алып “Роснефть” нефть компанияһы ААЙ‑ның (бөтәһе лә — Мәскәү) быраулау б‑са ген. дир. советнигы. Ф. етәкс. Көнбайыш Себер нефть һәм газ комплексының тәбиғи ресурстарын вахта ысулы м‑н үҙләштереү системаһы эшләнә һәм индерелә. РФ‑тың Федераль Йыйылышы Федерация Советының 1‑се саҡырылыш депутаты. СССР‑ҙың Дәүләт пр. лауреаты (1986). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1981), Почёт (1996), Дуҫлыҡ (1999) орд. м‑н бүләкләнгән.

Тәрж. Г.М.Ғәлиева

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018