ФИЛАРЕТА [донъяуи исеме Бычкова Стефанида Стефановна; 1797, Ырымбур губ. Минзәлә өйәҙе Бетьки а. (ТР‑ҙың Туҡай р‑ны) — 2.3.1890, Благовещение ҡатын‑ҡыҙҙар монастыры], дин әһеле, игуменья (1838). Монахлыҡҡабул иткән(1838). 1826 й. алып Бетьки а. келья йыйыштырыусылар‑ҡара эшселәр общинаһы, 1828 й. — община (1832 й. Өфөгә күсерелгән), 1838 й. – Благовещение ҡатын‑ҡыҙҙар монастыры настоятельницаһы. Ф. етәкс., Благовещение монастырын ҡушып, сиркәүҙәре, торлаҡ һәм хужалыҡ ҡаралтылары булған изге Благоверный кенәз Александр Невский хөрмәтенә монастырь комплексы төҙөлә; алтын м‑н ҡайыу, икона төшөрөү, келәм туҡыу, юрған оҫтаханалары, май шәм з‑ды асыла; төп ер фонды (238 дисәтинә), Бөрө й. тирмән, Өфөлә 2 ҡатлы таш йорт (Коммунистик урамы, 50) була. 1858 й. Түб. Новгород Крестовоздвижение монастырына һөрөлә. 1861 й. башлап Полтава губ. Лада Покровы монастырының игуменьяһы. 1868 й. ялға сыға. 1877 й. алып Благовещение ҡатын‑ҡыҙҙар монастырында. Түшкә таға торған тәре м‑н бүләкләнгән (1853).

Әҙәб.: Сергеев Ю.Н. Уфимский Благовещенский женский монастырь. Очерки истории (1826—1929 гг.). Уфа, 2006.

Ю.Н.Сергеев

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика