ФИЛАРЕТ (донъяуи исеме Малишевский Фома Фёдорович; 1807, Могилёв губ. Рогино а. — 7.2.1873, Түб. Новгород ҡ.), дин әһеле, Өфө һәм Минзәлә епискобы (1860—69). Динитәғлимәтмагистры (1830). Архимандрит (1840). Монахлыҡҡабул иткән (1840). Полоцк дини семинарияһында уҡый, Вильно ун‑ты эргәһендәге Баш дини семинарияны тамамлаған (1830). 1840 й. алып Литва (Вильно ҡ.), 1849 й. — Полоцк дини семинариялары ректоры, Изге Троица монастыры настоятеле (Вильно), бер үк ваҡытта 1843 й. башлап Полоцк, 1849 й. — Литва епархиялары (Вильно һәм Гродно губ.) монастырҙары благочинныйы. 1851 й. алып Литва епархияһының викар епискобы, 1869 й. — Түб. Новгород һәм Арзамас епискобы. 1836—40 йй. һәм 1849—60 йй. Литва (Вильно) дини консисторияһы ағзаһы, 1840—49 йй. Полоцк диниконсисторияһы рәйесе. Өфө епархияһы етәксеһе вазифаһында Епархия ҡыҙ балалар училищеһын аса, Өфөлә 3 йорт сиркәүенәнигеҙ һала, Бөрө ҡатын-ҡыҙҙар общинаһын (ҡара: Монастырҙар) теркәүгә, керәшен татарҙары өсөн миссионер мәктәптәрендәтатар телендә уҡытыуҙы индереүгә булышлыҡ итә. 3‑сө дәрәжә Изге Владимир (1847), Изге Александр Невский (1870), 1‑се (1854), 2‑се (1843) һәм 3‑сө (1839) дәрәжә Изге Анна орд. м‑н бүләкләнгән.

Әҙәб.: Святители земли Нижегородской. Н.Новгород, 2003.

Ю.Н.Сергеев

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика