ФӘХРЕТДИНОВ Ризаитдин Фәхретдин улы, Риза Фәхретдин [4.1.1859, Һамар губ. Бөгөлмә өйәҙе Кисеүсат а. (ТР‑ҙың Әлмәт р‑ны) — 11.4.1936, Өфө, мосолман зыяратында ерләнгән], яҙыусы, шәрҡиәтсе, педагог‑мәғрифәтсе, дин әһеле, Эске Рәсәй һәм Себер мосолмандарының Үҙәк Диниә назараты мөфтөйөһәм рәйесе (1923—36). 1867 й. алып Чистополь ҡ., 1869 й. — Һамар губ. Түб. Шыршылы а. мәҙрәсәлә уҡый, бер үк ваҡытта уҡыуының һуңғы йылдарында шунда уҡ уҡыта. 1889 й. башлап Һамар губ. Илбәк а. мәсете имамы,1891 й. — Ырымбур мосолман диниә назараты ҡазыйы, 1906 й. — “Ваҡыт” гәз. мөхәррире урынбаҫары, 1908 й. — “Шура” ж. мөхәррире, бер үк ваҡытта 1908—10 йй. “Хөсәйениә” мәҙрәсәһе мөҙәрисе.1918 й. алып Эске Рәсәй һәм Себер мосолмандарының Үҙәк Диниә назараты ҡазыйы, 1921 й. — мөфтөй вазифаһын башҡарыусы. 1926 й. 1‑се Бөтә донъя мосолмандары конгресында (Мәккә ҡ., Сәғүд Ғәрәбстаны) совет мосолмандары делегацияһын етәкләй. Төрки, урыҫ, ғәрәп, фарсы, төрөк телдәрен белгән. Башҡорт әҙәбиәте үҫешенә ҙур өлөш индергән. Урал һәм Волга буйы халыҡтары тарихы б‑са хеҙмәттәр, ғәрәп теле, мосолман хоҡуғы, этика һ.б. б‑са уҡытыу‑методик әсбаптар авторы. “Аҫар” (1900—1908; “Мираҫ”) тарихи‑биобиблиографик хеҙмәте, “Мәшһүр ирҙәр”, “Мәшһүр ҡатындар” (1903) әҫәрҙәре Рәсәйҙең һәм Көнсығыштың мосолман мәҙәниәт, фән һәм мәғариф эшмәкәрҙәренең тормошона һәм ижадына арналған. “Сәлимә, йәки Ғиффәт” (1899), “Әсмә, йәки Ғәмәл вә яза” (1903) повестарында Ф. халыҡты Европа мәҙәниәтенә ылыҡтырыу яғында сығыш яһай, ҡатын‑ҡыҙ азатлығы проблемаһын күтәрә. “Рихләте Мәржани” (1897; “Мәржәни сәйәхәте”), “Жәүәмиғүл кәлим шәрхе” (1910; “Пәйғәмбәрҙең әйткәндәренә тәфсирҙәр”), “Дини вә ижтимағи мәсьәләләр” (1914; “Дини һәм социаль проблемалар”) тарихи һәм дини тәғлимәт б‑са эштәр; “Тәрбиәле ана”, “Тәрбиәле ата”, “Тәрбиәле бала” (бөтәһе лә — 1898), “Нәсихәттәр” (1903) һ.б. этик‑педагогик әҫәрҙәр авторы. Мәсеттәрҙе ябыуға, дини китаптарҙы юҡ итеүгә, мосолман руханиҙарынҡулға алыуға һ.б. ҡаршы сығыш яһай. 1989 й. Ф. исеме м‑н Өфөлә мәҙрәсә атала (ҡара: Рәсәй ислам университеты). 2009 й. алып Өфөлә Фәхретдинов уҡыуҙары үткәрелә.

Әҫәрҙ.: Һайланма әҫәрҙәр. Өфө, 2009.

Әҙәб.: Баишев Ф.Н. Общественно-политические и нравственно-этические взгляды Ризы Фахретдинова. Уфа, 1996.

Т.М.Әминев

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Яндекс.Метрика