ФӘТҮӘ (ғәр.), дини‑юридик мәсьәләләр б‑са мөфтөйҙөң йәки факиһтың (фикһ белгесе) һығымтаһы. Ф. телдән иғлан ителә йәки документ итеп төҙөлә; ҡазыйҙың ғәмәлдәре йәки суд ҡарары һ.б. өсөн нигеҙ була ала. Ф. Ҡөрьәнгә, хәҙистәргә, шәриғәткә һ.б. нигеҙләнә. Ф. билдәле булған иң боронғо йыйынтыҡтары 11 б. ҡарай. Ф. күбеһе Ырымбур мосолман диниә назараты һәм Рәсәй мосолмандарының Үҙәк Диниә назараты тарафынан эшләнгән. Мөфтөй Ғ.Ғәбдрәхимов медицинаны өйрәнеүҙең файҙаһы т‑да Ф. м‑н сығыш яһай (1833); СССР‑ҙың Европа өлөшө һәм Себер мосолмандарының Диниә назараты тарафынан ҡатын-ҡыҙға мәсеткә йөрөүҙе рөхсәт иткән Ф. эшләнә (1949); Ш.Ш.Хыялетдинов “Изге ерҙәр тип йөрөтөлгән урындарға ғибәҙәт ҡылыуҙы туҡтатыу тураһында” (1960), ҡайһы бер мосолман йолаларын Ҡорбан байрамы ваҡытында доға ҡылыу һәм ҡорбан салыу урынына барғанда диндарҙарҙың тәҡбир әйтеүен, асыҡ һауала доға ҡылыу һ.б. мәжбүри булыуҙан туҡтатыу т‑да (1961) Ф. нәшер итә.

М.Ғ.Вәлиева

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

 

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018