ФӘТҠУЛЛИН Хикмәт Нәбиулла улы (30.8.1901, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Бүздәк а., хәҙ. БР‑ҙың Бүздәк р‑ны Иҫке Бүздәк а., — 21.6.1963, БАССР‑ҙың Шишмә р‑ны Шишмә ҡсб), селекционер. А.х. ф. канд. (1946). Дон а.х. һәм мелиорация ин‑тын тамамлаған (Новочеркасск ҡ., 1929). 1932 й. алып Башҡ‑н а.х. соц. яңыртып ҡороу ҒТИ‑ның, 1933 й. — Башҡ‑н респ. орлоҡ тикшереү ст. (икеһе лә — Өфө), 1934 й. — БНИИСХ эргәһендәге а.х. культуралары селекцияһы һәм орлоҡсолоғо бүлегенең (Шишмә) өлкән ғилми хеҙм‑ре. Фәнни тикшеренеүҙәре күп йыллыҡ ҡуҙаҡлы һәм ҡыяҡлы мал аҙығы культуралары селекцияһына, орлоҡсолоғона арналған. Ф. тарафынан арышбаш (Чишминский ширококолосый 6), йылҡы борсағы (Песчаный 21), люцерна (Чишминская 130) сорттары сығарылған. 9 фәнни хеҙмәт һәм 3 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Возделывание многолетних трав в Башкирии. Уфа, 1954.

З.И.Сарбаева

Тәрж. Ғ.Р.Бердина

Яндекс.Метрика