ФӘТИХОВА Римма Мөхәмәт ҡыҙы (1.8.1948, БАССР‑ҙың Салауат р‑ны Иҫке Ҡаратаулы а., хәҙ. БР‑ҙың ш. уҡ р‑ны Малаяҙ а.), педагог, психолог. Психология ф. канд. (1982), пед. ф. д‑ры (2001), проф. (2003). БР‑ҙың атҡ. мәғариф хеҙм‑ре (2008), БР‑ҙың мәғариф отличнигы (1995), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2006). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1971) Салауат р‑нының Малаяҙ мәктәп‑интернаты, 1972 й. алып Свердловск ҡ. 1‑се киске мәктәбе уҡытыусыһы. 1974 й. башлап БДПУ‑ла: 1984 й. алып һәм 2010 й. — психология каф. мөдире, 1998 й. — педагогика һәм психология ф‑ты, 2001—10 йй. психология ф‑ты деканы. Фәнни тикшеренеүҙәре шәхес һәм пед. аралашыу психологияһы проблемаларына арналған. 240‑тан ашыу фәнни эш авторы. Рәсәй мәғарифы психологтары федерацияһының БР‑ҙағы төбәк бүлексәһе рәйесе (2003 й. алып).

Х е ҙ м.: Культура педагогического общения. Уфа, 2003; Психологический анализ педагогической деятельности и субъектов образовательного процесса. Уфа, 2015; Социально‑психологический (адаптационный) тренинг. Уфа, 2016.

Ә.З.Рәхимов

Тәрж. Ғ.Р.Бирҙина

 

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018