ФӘЙЗУЛЛИН Әғзәм Шакир улы (23.2.1921, Омск ҡ. — 19.3.1984, Өфө), педагог. РСФСР мәктәбенең атҡ. уҡытыусыһы (1960), СССР‑ҙың мәғариф отличнигы (1973), РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1960). БДУ‑ны тамамлаған (1958). 1946 й. алып ВЛКСМ‑дың ҡала ком‑ты, 1947 й. — ВЛКСМ‑дың Башҡ‑н өлкә ком‑ты секретары, 1949 й. — Өфө т. юлы мәктәптәре инспекторы, 1951 й. — БАССР МС рәйесе ярҙамсыһы һәм эштәр м‑н идара итеүсе, 1953 й. — 2‑се урта мәктәп дир. урынбаҫары, 1955 й. — 39‑сы урта мәктәп (бөтәһе лә — Өфө) директоры. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1981), “Почёт Билдәһе” (1948) орд. м‑н бүләкләнгән.

А.Э.Редреева

Тәрж. Ғ.Р.Бердина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика