ФЕТИШИЗМ (фр. feјtichе – табыныу әйбере, талисман), ҡөҙрәтле көсө бар тип һаналған матди әйберҙәргә (фетиштарға) табыныу. Диндең иртә формаларына хас. Фетиш төрҙәре: таштар, ағас киҫәктәре һәм уларҙан эшләнгән һындар; хайуандың кәүҙә өлөштәре, һынташтар һ.б. Ҡайһы бер халыҡтарҙа фетиштарға рәхмәт әйтеү, ҡайһы берҙә яза биреү йолаһы булған. Тылсымдарға, һаҡлағыстарға, талисмандарға ышаныу рәүешендә һаҡлана. Башҡорттар, ырыу биләмәләрен һаҡларға тейешле тау һәм урын-ер эйәләренә бағышлап, таштан ҙур булмаған ҡалҡыулыҡ (ҡарасҡы), бағана, колонна рәүешендә ҡоролмалар төҙөгән һәм ҡорбан килтергән, ололар аят уҡыған. Һәр бер башҡорт ҡәбиләһе йәки ырыуының изге ағасы булған (ҡара: Онгон).

Әҙәб.: Аминев З.Г., Ямаева Л.А. Региональные особенности ислама у башкир. Уфа, 2009.

Д.Ғүскилдин

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.