ФЕОФИЛ (донъяуи исеме Татарский Феодор; 21.1.1767, Белгород губ. Двуречная биҫтәһе — 14.11.1830, Харьков ҡ.), дин әһеле, Ырымбур һәм Өфө епискобы (1819—23). Архиепископ (1826), архимандрит (1804). Монахлыҡҡабул иткән (1803). Харьков коллегиумын тамамлаған (1789). 1803 й. алып дини уҡыу йорттарында уҡыта, ректор, бер үк ваҡытта Архангельск һәм Холмогор, Новгород, Чернигов епархиялары монастырҙары настоятеле; 1823 й. башлап Екатеринослав, Херсон һәм Таврия епискобы. 1827 й. ялға сыға. Өфө епархияһы етәксеһе вазифаһында Өфөлә Библия йәмғиәте ком‑тын аса, Ир балалар дини училищеһында татар телекурсын (икеһе лә — 1820), епархиаль цензорҙар ин‑тын, Дини дәрәжәле фәҡирҙәр попечителлеге ком‑тын (икеһе лә — 1821) ойоштора; Ф. ваҡытында 13 таш сиркәү төҙөлә, Бөгөлмә һәм Силәбе ҡҡ. 2 сиркәү собор статусын ала.

Әҙәб.: Сергеев Ю.Н. Православное духовенство Южного Урала в конце XVIII — первой половине XIX вв. (на примере Оренбургской епархии). Уфа, 2007.

Ю.Н.Сергеев

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика