ФЕОДОСИЙ (донъяуи исеме Погорский Дмитрий Михайлович; 19.10. 1909, Киев губ. Брусилово а. — 3.5.1975, Өфө, 1996 й. Пенза ҡ. күсереп ерләнгән), дин әһеле, Өфө һәм Стәрлетамаҡ архиепискобы (1973—75). Дини тәғлимәт канд. (1956). Архиепископ (1964), архимандрит (1957). Монахлыҡ ҡабул иткән (1957). Мәскәү план ин‑тын (1940), Ленинград дини акад. (1956) тамамлаған. 1957 й. алып Һарытау дини семинарияһы ректоры, 1958 й. — Калинин һәм Кашино, 1960 й. — Пенза һәм Саранск епискобы, 1968 й. башлап Иваново һәм Кинешма архиепискобы. Өфө епархияһы етәксеһе вазифаһында сиркәү тәртибен нығытыу эшен алып бара, сиркәүҙәрҙең йыллыҡ отчёты һыҙмаһын һ.б. эшләй.

Әҙәб.: А б д у л о в Н.Т. Уфимские епископы конца 60—70‑х гг. XX в.: материалы к биографии // Река времени. Уфа, 2000.

Ю.Н.Сергеев

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

 

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018