ФӘТИХОВА Алевтина Леонтьевна (28.2.1954, Күмертау ҡ.), педагог. Пед. ф. д‑ры (2006). РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2009). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1977) Стәрлетамаҡ ҡ. 9‑сы урта мәктәбендә, ӨНИ‑лә эшләй. 1979 й. алып БДУ‑ның Стәрлетамаҡ филиалында уҡыта (1981—83 йй., 1989—96 йй. башланғыс кластар ф‑ты деканы урынбаҫары). Фәнни тикшеренеүҙәре педагогтар әҙерләүҙе камиллаштырыу проблемаларына арналған. 300‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Х е ҙ м.: Развитие социально‑перцептивной компетенции социальных педагогов в процессе обучения в вузе. М., 2005; Теоретические основы формирования социально‑перцептивной компетентности студентов в процессе подготовки в вузе. Стерлитамак, 2014.

Л.Б.Абдуллина

Тәрж. Ғ.Р.Бирҙина

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.