ҮТӘБАЕВ Мөхлис Суфиян улы (5.2.1888, Ырымбур губ. Орск өйәҙе Иҫке Кинйәбулат а., хәҙ. БР‑ҙың Баймаҡ р‑ны Буранбай а., — 28.12.1970, шунда уҡ), дин әһеле. Беренсе донъя һуғышында ҡатнашыусы. Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре. Таулыҡай мәҙрәсәһендәуҡыған, “Рәсүлиә” мәҙрәсәһен тамамлаған. Төрки, ғәрәп һәм фарсы телдәрен белгән. 1914 й. тиклем Орск өйәҙе Йәрмөхәмәт а. мәҙрәсәһендәуҡытҡан.1919—20 йй. Бөрйән‑Түңгәүер кантоны секретары, рәйесе. 20‑се йй. Йылайыр кантоны мәктәптәрендә уҡыта. 1931 й. Иркутск өлк. һөрөлә, 1994 й. аҡлана. 1937 й. ҡулға алына, Свердловск өлк. төрмәлә була, 1941 й. азат ителә, 1993 й. аҡлана. 1947 й. алып Буранбайҙа В.И.Ленин ис. к‑зда эшләй, бер үк ваҡытта мулла вазифаһын башҡара. Ә.Ә.Вәлидов м‑н таныш була, милли‑терр. автономияны яҡлап сығыш яһай. Күрәҙәлек һәләте була, кешеләрҙе дауалау м‑н шөғөлләнә. Тыуған ауылындағы мәсет Ү. исеме м‑н аталған.

Әҙәб.: Живая память /авт.‑сост. М.М.Утябаева. Уфа, 2009.

М.М.Үтәбаева

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Яндекс.Метрика