ҮТӘБАЙ-КӘРИМИ (Үтәбаев) Рауил Алексей улы (30.8.1933, ТАССР‑ҙың Казаклар а. — 4.3.2005, Өфө, тыуған яғында ерләнгән), шәрҡиәтсе. Мәскәү Шәрҡиәт ин‑тында уҡый (1950—52), Ҡазан пед. ин‑тын тамамлай (1956). 1956 й. алып Омск өлк. урта мәктәптәре уҡытыусыһы, халыҡ мәғарифы бүлегенең милли мәктәптәр инспекторы. 1960—63 йй. һәм 1980 й. башлап Башҡ‑н уҡытыусыларҙың белемен камиллаштырыу ин‑тында (Өфө), 1963—80 йй. Өфө һәм Өфө р‑ны урта мәктәптәрендә эшләй. 1988 й. алып ТТӘИ‑лә өлкән ғилми хеҙм‑р, 1992—94 йй. Фәхретдинов Р. исемендәге мәҙрәсәмөҙәрисе, директоры. 1996—97 йй. әл‑Фәтих ун‑тында (Истанбул ҡ., Төркиә) уҡыта. Ислам тарихы, мәғрифәтселек, Р.Ф.Фәхретдиновтыңтормошо һәм эшмәкәрлеге һ.б. т‑да хеҙмәттәр авторы. Шәреҡ ғалимдарының хеҙмәттәрен башҡ., урыҫ, татар телдәренә тәржемә иткән.

Әҙәб.: Шәркыять илчесе: мәкаләләр һәм биобиблиографик мәгълүматлар җыентыгы. Казан, 2008.

М.М.Үтәбаева

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Яндекс.Метрика