“УЧАЛИНСКАЯ ГАЗЕТА”, ижт.‑сәйәси гәзит. Ойоштороусылары – Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарамағындағы Матбуғат, нәшриәт һәм полиграфия б‑са идаралыҡ, БР‑ҙың «“Учалинская газета” гәзите редакцияһы» ДУП‑ы. Учалы ҡ. аҙнаһына 3 тапҡыр урыҫ телендә сыға. 1932 й. дек. алып башҡ. телендә “Ударсы”, 1940 й. – “Сталин байрағы”, 1945 й. –  ш. уҡ урыҫ телендә “Зауралец” (“Урал аръяғында йәшәүсе”); 1956 й. мартынан башҡ. телендә “Ленин байрағы” һәм урыҫ телендә “Ленинское знамя”; 1965 й. апр. – “Ураҡ һәм сүкеш” (1990 й. дек. тиклем) һәм “Серп и молот” исеме аҫтында нәшер ителә; 2007 й. алып хәҙ. исемен йөрөтә. Учалы ҡ. һәм Учалы р‑нының ижт.-сәйәси, соц.-иҡт. һәм мәҙәни тормошон яҡтырта. 1962–65 йй. гәзит нәшер ителмәй.

                                                                                   Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев