“УФИМСКИЙ СЕЛЬСКО-ХОЗЯЙСТВЕННЫЙ ЛИСТОК”, а-х. журналы. Өфө губ. земствоһы органы. 1908–17 йй. Өфөлә айына 2–3 тапҡыр урыҫ телендә, 1914 й. алып төрки телендә лә(ҡара: “Ауыл көнкүреше”) сыға. Тәүҙә “Сельско‑хозяйственный листок” (“Ауыл хужалығы листогы”), 1912 й. алып “У.с.‑х.л.” исеме м‑н нәшер ителә. Журнал биттәрендә Өфө губ. земствоһының рәсми документтары; а-х., сауҙа, сәнәғәт, мәғариф мәсьәләләре б-са мәҡәләләр, ш. уҡ әҙәби әҫәрҙәр, иғландар баҫыла. 1916 й. “Известия уполномоченного председателя Особого совещания по продовольственному делу по Уфимской губернии” (“Өфө губернаһында Аҙыҡ‑түлек буйынса махсус кәңәшмәнең уполномоченный рәйесе хәбәрҙәре”) ҡушымтаһын сығара. Мөхәррирҙәре: А.Г.Георгиевский, П.Ф.Коропачинский, А.Г.Гачечиладзе, Н.П.Депрейс, Н.П.Товарищев, К.В.Стобеус, Г.М.Курковский.

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев