“УФИМСКИЙ РАБОЧИЙ” (“Өфө эшсеһе”), ижт.‑сәйәси гәзит. РСДРП‑ның Өфө губ. ком‑ты органы. 1906–08 йй. Өфөлә айына 2 тапҡыр урыҫ телендә сыға. 28 һаны донъя күрә. Гәзит биттәрендә эшселәрҙең хәбәрҙәре, В.И.Лениндың хеҙмәттәре баҫылған, большевиктарҙың стратегияһы һәм тактикаһы мәсьәләләре, илдә һәм сит илдә барған сәйәси ваҡиғалар яҡтыртылған, рев‑ция барышы, урындағы социал‑демократик ойошмалар т‑да мәғлүмәттәр бирелгән, батша власы тәнҡитләнгән, эсерҙар һәм либералдар м‑н бәхәс алып барылған. Мөхәррирҙәре: Н.П.Брюханов, А.Х.Митрофанов, Б.М.Волин.

Әҙәб.: У з и к о в Ю.А. Роль газеты “Уфимский рабочий” в революционном воспитании масс в период первой российской революции // Башкирия в революции 1905–1907 годов. Уфа, 1987.

Г.В.Мордвинцев

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.