“УФИМСКИЙ ЛИСТОК ОБЪЯВЛЕНИЙ И ИЗВЕЩЕНИЙ” (“Өфө иғландар һәм белдереүҙәр листогы”), реклама‑мәғлүмәт гәзите. Нәшерсе‑мөхәррире — Н.К.Блохин (ҡара: Блохиндар). Өфөлә 1871 й. алып аҙна һайын, 1909–11 йй. көн һайын урыҫ телендә сыға. Гәзит биттәрендә тауар һәм хеҙмәттәр т-да иғландар һәм реклама баҫылған, уларҙың күбеһе нәшер итеүсенең коммерция тәҡдимдәре була: магазиндар адресы, тауар ассортименты һ.б.

В.В.Пугачёв

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.