“УФИМСКИЙ КРАЙ” (“Өфө крайы”), ижт.‑сәйәси һәм әҙәби гәзит. 1848 й. алып “Уфимские губернские ведомости” гәз. рәсми булмаған өлөшө; 1906 й. башлап үҙ аллы гәзит булараҡ нәшер ителә. Өфөлә аҙна һайын (1910 й. алып көн һайын) урыҫ телендә сыға. Гәзит биттәрендә рәсми булмаған хроника яҡтыртыла, аналитик мәҡәләләр, әҙәби әҫәрҙәр, иғландар баҫыла. Рубрикалары: “Телеграммалар”, “Урындағы тормош”, “Гәзит һәм журналдар араһында”, “Театр һәм музыка” һ.б. 1917 й. алып нәшер ителмәй. Мөхәррирҙәре: И.П.Тюнин, А.Фёдоров, А.Г.Вощинин, А.А.Гуляев, М.Н.Вилькен, С.Н.Пикчаев.

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев