“УФИМСКИЙ ВЕСТНИК” (“Өфө хәбәрҙәре”), ижт.-сәйәси һәм әҙәби гәзит. Нәшер итеүселәре: Н.Н.Быховский, П.М.Сокуров. 1905 й. дек. ойошторола. 1906 й. дауамында баҫма власть органдары тарафынан 4 тапҡыр туҡтатыла. Сығарыу тыйылып мөхәррирҙәрен ҡулға алғандан һуң 1907 й. башынан “Вестник Уфы” (“Өфө хәбәрҙәре”) булараҡ нәшер ителә; 1910 й. нояб. алып элекке исемен йөрөтә. 1918 й. нояб. баҫманы сығарыу туҡтатыла. Халыҡ азатлығы партияһының ҡараштарын сағылдырған, либераль ҡатламдарға һәм демократик интеллигенцияға тәғәйенләнгән. Гәзит биттәрендә ил һәм донъя яңылыҡтары, губ. материалдары, мәҙәниәт т-да мәҡәләләр, ш. уҡ әҙәби әҫәрҙәр, реклама, иғландар баҫылған. Мөхәррирҙәре: Быховский, Сокуров, И.А.Трубников, А.В.Степанов.

Г.В.Мордвинцев

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.