“УФИМСКИЕ НИВЫ” (“Өфө үҙәндәре”), ижт.‑сәйәси гәзит. Ойоштороусылары — БР‑ҙың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, БР‑ҙың «“Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто» ДУП‑ы. Өфөлә аҙнаһына 2 тапҡыр урыҫ телендә сыға. 1931 й. окт. алып “Ударник” (“Ударсы”), 1935 й. — “За большевистские колхозы” (“Большевистик колхоздар өсөн”), 1953 й. — “Колхозная правда” (“Колхоз хәҡиҡәте”) исеме м‑н урыҫ телендә; 1962 й. башлап “К коммунизму” (“Коммунизмға”) исеме м‑н урыҫ һәм “Коммунизмга” исеме м‑н тат. (1984 й. тиклем) телдәрендә нәшер ителә; 1990 й. алып хәҙ. исемен йөрөтә. Өфө р‑нының ижт.-сәйәси, соц.-иҡт. һәм мәҙәни тормошон яҡтырта. 2008– 16 йй. башҡ. телендә айлыҡ ҡушымта (“Өфө үҙәндәре”) сыҡҡан.

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев