“УФИМСКИЕ ЕПАРХИАЛЬНЫЕ ВЕДОМОСТИ” (“Өфө епархияһы хәбәрҙәре”), дини гәзит (1918 й. тиклем дини журнал). Ойоштороусыһы – Өфө епархияһы. 1879 й. алып (1918—90 йй. нәшер ителмәй) Өфөлә айына 2 тапҡыр (1991 й. алып 1 тапҡыр)урыҫ телендә сыға. Журнал рәсми һәм рәсми булмаған бүлектәрҙән тора.Рәсми өлөшөндә епископтарҙың бойороҡтары, Изге Синод указдары, наградалар т‑да мәғлүмәттәр, епархия руханиҙарысъездары ултырыштарының протоколдары һәм журналдары һ.б.,рәсми булмаған өлөшөндә динитәғлимәт б‑са, миссионерлыҡ эшмәкәрлеге т‑да мәҡәләләр, этнографик яҙмалар, сиркәү статистикһы һ.б. нәшер ителә. Журналда Дионисий I, Нафанаил һ.б. баҫыла. Гәзиттең тиражы 10 мең дана (2009). Сиркәүҙәрҙе һәм монастырҙарҙы тергеҙеү һәм төҙөү, мәхәлләләр,иконалар, Өфө епархияһы изгеләре (ҡара:Православие сиркәүе изгеләре) т‑да материалдар, әхлаҡ тәрбиәһе һ.б. т‑да вәғәздәр баҫыла. Билдәле булған мөхәррирҙәре: И.Любимов(1879 й. алып), Е.Зефиров (1887—1902),Мефодий (1908—13); В.А.Князев(1991 й. алып, 1996 й. алып, 2005 й. нояб. алып вазифа башҡарыусы),протоиерей Р.К.Хәбибуллин (1994 й. алып),Ю.А.Кустикова (2005 й. апр. алып),Д.Ю.Кондрашов (2009 й. алып).

Әҙәб.: Сергеев Ю.Н. “Уфимские епархиальные ведомости” как источник по истории православия на Южном Урале в XIX—XX вв. //Уникальные источники по истории Башкортостана: доклады II межрегион. науч.‑практ. конф. Уфа, 2002.

В.А.Князев, Ю.Н.Сергеев

Тәрж.Ә.Н.Аҡбутина

Илл: “Уфимские епархиальные ведомости”. 1901 й. октябре