АРЫҪЛАН‑ӘМӘКӘС, Уңғар, Көйөргәҙе р‑нындағы ауыл, Керәүле‑Илюшкин а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Ермолаевка т. юл ст. К.‑Көнс. табан 28 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 110 кеше; 1920 — 138; 1939 — 128; 1959 — 148; 1989 — 126; 2002 — 151; 2010 — 159 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002).

Ауылға Ырымбур өйәҙе Ҡыпсаҡ улусы Әмәкәс һәм Арыҫлан аа. башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала (ауылдар ҡушылыу һөҙөмтәһендә), 1859 й. алып билдәле. Әмәкәс (тәүге төпләнеүсе поход сотнигы Әмәкәс Аҡкөбәков исеме м‑н аталған) 1794 й. алып билдәле (1834 й. 10 кеше йәшәгән). Арыҫлан тәүге тапҡыр 1834 й. теркәлгән (28 кеше). 1866 й. А.‑Ә. 25 йортта 89 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр.

А.М.Нәсибуллина, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке