“УФИМСКИЕ ГУБЕРНСКИЕ ВЕДОМОСТИ”, (“Өфө губерна хәбәрҙәре”), ижт.-сәйәси гәзит. Өфө губ. идараһы органы. Тарихы “Оренбургские губернские ведомости” гәз. башлана. Өфөлә 1865 й. алып аҙна һайын, 1895–1917 йй. көн һайын урыҫ телендә сыҡҡан. Тәүҙә 2 өлөштән торған: рәсми (ҡануниәт акттары, ҡарарҙар, үҙәк һәм урындағы власть органдары күрһәтмәләре һ.б.) һәм рәсми булмаған (крайҙы өйрәнеү материалдары, яңылыҡтар, һауа торошо, иғландар һ.б.); 1906 й. рәсми булмаған өлөшө “Уфимский край” исемле үҙ аллы гәзит булып бүленеп сыға. Рубрикалары: “Дөйөм бүлек”, “Тарих”, “Урындағы хәбәрҙәр”, “Этнография”, “Гәзит һәм журналдарҙан”, “Ай хәбәрҙәре”, “Беҙҙең театр” һ.б. Мөхәррирҙәре: Н.А.Гурвич, И.Сосфёнов, В. Завьялов, Н.Озеров, Е.Канцнеленбоген, Н.Газов һ.б. 2002 й. гәз. “Уфимские ведомости ” исеме м‑н яңынан нәшер ителә башлай.

В.В.Пугачёв

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев