“УФИМСКИЕ ВЕДОМОСТИ”, (“Өфө хәбәрҙәре”), ижт.‑сәйәси гәзит. Ойоштороусыһы — Өфө ҡ. ҡала округы хакимиәте. 2002 й. авг. алып Өфөлә аҙнаһына 2 тапҡыр урыҫ телендә сыға. “Уфимские губернские ведомости” гәзитенең яңынан тергеҙелгән баҫмаһы. Гәзит биттәрендә баш ҡаланың ижт. һәм мәҙәни тормошо, соц. проблемалар, һаулыҡ һаҡлау, спорт мәсьәләләре яҡтыртыла, Өфө тарихы т-да материалдар баҫыла. Рубрикалары: “Баш ҡала яҙыуы”, “Ҡала буйлап дежурлыҡ итеү”, “Ҡалабыҙ урамдары”, “Һаулыҡ”, “Сыбар бит”, “Өфө һәм Өфө халҡы” һ.б. Баш мөхәррире — Г.Ғ.Ишмөхәмәтова (2002 й. алып).

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018