“ҮҘӘК ӨФӨ”, ижт.‑сәйәси гәзит. Ойоштороусыһы — Өфө ҡ. ҡала округы хакимиәте. Өфөлә айына 3 тапҡыр сыҡҡан. 1995 й. сент. алып урыҫ, 2004 й. — башҡ. телендә лә (айырым материалдар) нәшер ителә. 2001—04 йй. “Новая экономическая газета” гәз. айлыҡ, 2007 й. алып аҙналыҡ ҡушымтаһы булараҡ донъя күрә. 2013 й. алып сыҡмай, тип фараз ителә. Өфөнөң Совет р‑нының ижт.‑сәйәси, соц.-иҡт. һәм мәҙәни тормошон яҡтыртҡан.

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев