“УФАНЕФТЬ” н е ф т ь һ ә м г а з с ы ғ а р ы у и д а р а л ы ғ ы. Сергеевка нефть ятҡылығын, Кушнаренко, Ҡырмыҫҡалы, Өфө һ.б. р‑ндар терр‑яһындағы Бекетов, Боҙаяҙ, Волков, Кушнаренко һ.б. нефть ятҡылыҡтарын үҙләштереү һәм файҙаланыу м‑н шөғөлләнә. Өфөлә урынлашҡан. Составына нефть һәм газ сығарыу б‑са 5 цех, скважиналарҙы капиталь һәм ер аҫтында ремонтлау, ҡатламда баҫымды тотоу, нефтте әҙерләү һәм һурҙырып бушатыу, ғилми‑тикшеренеү һәм етештереү эштәре һ.б. цехтар инә. Бырауланған скважиналар фонды — 3389 берәмек. 2004 й. 2221 кеше эшләгән; 642 мең т нефть сығарылған.

1964 й. “Башнефть” берекмәһе составында “У.” нефть сығарыу тресы булараҡ ойошторола, 1968 й. алып нефть промыслаһы идаралығы, 1970 й. — НГДУ, 2003 й. — ЯСЙ, “Башнефть” АНК ААЙ‑ның “Башнефть—Өфө” филиалы составына инә, 2010 й. — “Башнефть—Добыча” ЯСЙ составында. 2005 й. 69,2 млн т нефть сығарылған; макс. сығарыу кимәле — 3,9 млн т (1977). “У.” тәүге тапҡыр төрлө эреткестәр м‑н скважиналарҙың забой тирәһе зонаһын таҙартыу, промысла һыуҙарын ҡатламға ҡыуыу технологиялары; коррозия ингибиторҙары, асфальтлы‑ыҫмалалы матдә ҡатламдарының ингибиторҙары һ.б. индерелә. “У.” м‑н Е.В.Столяров һ.б. эшмәкәрлеге бәйле.

Тәрж. Э.М.Юлбарисов