ҮТӘЕВ Рәшит Зиннәт улы [10.1.1940, БАССР-ҙың Матрай р-ны Матрай а. (БР‑ҙың Йылайыр р‑ны)], журналист. БАССР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1981). Журналистар союзы ағзаһы (1969). БАХИ‑ны тамамлаған (1964). 1965 й. алып әҙәби хеҙм‑р, 1968–2005 йй. “Баймакский вестник” гәз. мөхәррире урынбаҫары. Агросәнәғәт комплексы мәсьәләләре, ауыл хеҙмәтсәндәре т‑да мәҡәләләр һәм очерктар авторы. С.Мифтахов (1977), Ш.Хоҙайбирҙин ис. (1992) пр. лауреаты.

Хеҙм.: Гәзит – тормош көҙгөһө=Жизнь –газетной строкой. Баймаҡ, 2007.

                                                                                 Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

Яндекс.Метрика