УСМАНОВ Ғәлимйән Усман улы (18.6.1880, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Һынны‑Илсембәт а., хәҙ. БР‑ҙың Благовар р‑ны Иҫке Һынны а., — 10.5.1974, БАССР‑ҙың Благовар р‑ны Иҫке Күсәрбай а.), педагог. РСФСР мәктәбенең атҡ. уҡытыусыһы (1949). 1904—05 йй. рус‑япон, Беренсе донъя һәм Граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы. “Ғосмания” мәҙрәсәһен (1910), Өфөлә пед. курстарын (1917) тамамлаған. 1939—40 йй. К.А.Тимирязев ис. Башҡ. пед. ин‑тында уҡыған. 1910—14 йй. Өфө губ. Стәрлетамаҡ өйәҙе Ишембәт а. (хәҙ. Ғафури р‑ны Толпар а.) үҙе асҡан яңы ысуллы мәктәптә мөғәллим, 20‑се йй. Бәләбәй кантоны Бүздәк улусында мәктәптәр ойоштороусы, уҡытыусы, дир., 1932— 52 йй. Благовар р‑нының Күсәрбай урта мәктәбе директоры. Ленин орд. м‑н бүләкләнгән (1949).

Р.Ғ.Усманов

Тәрж. Ғ.Р.Бирҙина

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.