УСМАНОВ Ғайса Мортаза улы [20.11.1925, БАССР‑ҙың Тамъян‑Ҡатай кантоны Ахун а. (БР‑ҙың Учалы р‑ны) — 1.8.2005, шунда уҡ], педагог. БАССР мәктәбенең атҡ. уҡытыусыһы (1980). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Магнитогорск пед. ин‑тын тамамлаған (1953). 1950 й. алып Учалы р‑нының Ахун урта мәктәбе уҡытыусыһы, 1955 й. — дир. урынбаҫары, 1957—86 йй. директоры. 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1966), 2‑се (1947) һәм 3‑сө (1944) дәрәжә Дан орд. м‑н бүләкләнгән. Уның исемен йөрөткән Ахун урта мәктәбе (2008) бинаһына У. мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

Р.Х.Насиров

Тәрж. Ғ.Р.Бирҙина

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018