УСМАНОВ (Ғосманов) Абдрахман [1846, Ырымбур губ. Бәләбәй өйәҙе Кәпәй‑Ҡобау а. (БР‑ҙың Бүздәк р‑ны) — 1921, Өфө губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Иҫке Килем а., хәҙ. БР‑ҙың ш. уҡ р‑ны Килем а.], дин әһеле. Иҫке Килемдә мәҙрәсә тамамлаған. 1879 й. алып Килем мәсете мөҙәрисе, имам‑хатибы. Ике тапҡыр хаж ҡыла.

И.Й.Усманов

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018