АРЫҪЛАНОВТАР, башҡорттар нәҫеле. Нәҫелде башлап ебәреүсе — Арыҫлан Аҡҡолов, тархан, батыр. 17 б. аҙ. — 18 б. башында Нуғай даруғаһының Бошман‑Ҡыпсаҡ улусы старшинаһы. 1708—22 йй. башҡа старшиналар м‑н бергә яңы һалымдарҙы һәм йөкләмәләрҙе бөтөрөү үтенесе м‑н, башҡорттарҙың аҫаба ерҙәрен баҫып алыуҙар, Өфө чиновниктарының башбаштаҡлыҡтарын, ш. иҫ. 1704—05 йй. М.Дохов, А.Жихарев һәм А.С.Сергеевтың үҙ вазифаларын артыҡ файҙаланыуҙарын [ҡара: Башҡорт ихтилалы (1704—11)] тикшереү т‑да батшаға бер нисә тапҡыр мөрәжәғәт итә. Мәләүез р‑ны Арыҫлан а. уның исеме бирелгән.

Нәҫеленән айырыуса билдәлеләре: улы Кинйә Арыҫланов һәм ейәне Һеләүһен Кинйин. Ибәтулла Йәғәфәр улы А. [1891, Ырымбур губ. ш. уҡ исемле өйәҙе 2‑се Кинйәабыҙ а. (БР‑ҙың Көйөргәҙе р‑ны) — 10.7.1938], юрист. Беренсе донъя һәм Граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы. 1914—17 йй. рус армияһында, 1918 й. Ҡыҙыл Армияла. Юғары юридик курстар тамамлаған (Мәскәү, 1932). 20 б. 20‑се йй. алып Йылайыр һәм Стәрлетамаҡ кантондарында дәүләт һәм партия эшендә. 1932—35 йй. БАССР‑ҙың Баш суды рәйесе, 1935 й. алып “Башнефть” тресында эшләй. Репрессиялана (1937), атыла. 1956 й. аҡлана. Ғ.Ш.Арыҫланов һәм Н.Ғ.Арыҫланов — А. нәҫеленән.

Н.Ғ.Арыҫланов, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке