УРАЛТАУ ЗОНАҺЫ, У р а л т а у а н т и к л и н о р и й ы, Көньяҡ Уралдың ҙур ыңғай тектоник структураһы. Д.Г.Ожиганов тарафынан айырып күрһәтелә, А.А.Алексеев, С.С.Горохов, Н.Л.Добрецов, А.А.Захаров, О.А.Захаров, В.И.Козлов, Д.Д. һәм В.М.Криницкийҙар, И.В.Ленных һ.б. тарафынан өйрәнелә. Төп Урал һынылышының фронталь өлөшө буйлап субмеридиональ йүнәлештә һуҙылған. Көнсығышта — Магнитогорск мегасинклинорийы, көньяҡ‑көнбайышта — Һаҡмар зонаһы, көнбайышта — Йылайыр синклинорийы, төньяҡ‑көнбайышта Башҡорт мегантиклинорийы м‑н сиктәш. Оҙонлоғо яҡынса 400 км, киңлеге 20—30 км. У.з. структураһы асимметриялы: көнсығыш битләүе текә, көнбайышы — һөҙәк. Көнсығыш битләүе мәҡсүт метаморфик комплексы, көнбайышы — һәүәнәк метаморфик комплексы тоҡомдарынан тора. У.з. күсәр өлөшөн венд граниттарының ҙур булмаған массивтары (Учалы р‑нында Буранғол һәм Маҙар) йырып сыға. У.з. тектоник блок һанала (В.Н.Пучков, 2000), “антиклинорий” төшөнсәһе тарихи аспектта ҡулланыла. У.з. көнсығыш өлөшөндә — ваҡ алтынлы баҡыр колчеданы ятҡылыҡтары (Баймаҡ р‑нында Ғүмәр, Көньяҡ Юлыҡ), бөрсөклө баҡыр мәғдәне (Учалы р‑нында Кирәбе), мәғдән алтыны (Баймаҡ р‑нында Төньяҡ Юлыҡ), химик яҡтан таҙа кварц (Йылайыр р‑нында Яңы Троицк, Хәйбулла р‑нында Ҡарайән) ятҡылыҡтары, магнетитлы тимер мәғдәне (Учалы р‑нында Копытов), йөҙләү ташы һәм биҙәү ташы (серпентинит, кварцит, мәрмәр һ.б.) сығанаҡтары; көнбайыш өлөшөндә гематитлы тимер мәғдәне, түбә һәүерташы, тау гәлсәре сығанаҡтары билдәле.

Әҙәб.: П у ч к о в В.Н. Палеогеодинамика Южного и Среднего Урала. Уфа, 2000.

О.А.Захаров

Тәрж. Э.М.Юлбарисов