“УРАЛ”, ижт.‑сәйәси гәзит. Рәсәй социал‑демократик эшселәр партияһы ярҙамында сыҡҡан. 1907 й. ғин.-апр. Ырымбур ҡ. аҙнаһына 2–3 тапҡыр төрки телендә сыға. 31 һаны донъя күрә. Гәзит биттәрендә батша самодержавиеһына ҡаршы мәҡәләләр баҫыла, милли мәсьәләләр яҡтыртыла. Ғәмәлдәге мөхәррире — Х.М.Ямашев.

И.С.Иғдәүләтов

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев