“УРАЛ”, ижт.‑сәйәси гәзит. Ойоштороусылары — БР‑ҙың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, БР‑ҙың «“Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто» ДУП‑ы. Белорет ҡ. аҙнаһына 2 тапҡыр башҡ. телендә сыға. Тарихы “Южно‑Уральский рабочий” (“Көньяҡ Урал эшсеһе”; 1922 й. сыға), “Гудок” (1923–28 йй.; икеһе лә — урыҫ телендә), “Белорецкий рабочий” гәз. башлана. 1931 й. окт. алып “Ҡатай эшсеһе”, 1932 й. башлап “Металл өсөн” (1941 й. тиклем) исеме м‑н башҡ. телендә һәм “Металлург” (1937 й. тиклем) исеме м‑н урыҫ телендә нәшер ителә; 1945 й. авг. алып “Сталинсе”, 1959 й. — “Ленин юлы” исеме м‑н башҡ. телендә һәм урыҫ телендә “Путь Ленина” исеме аҫтында сыға. 1962 й. майынан хәҙ. исеме м‑н башҡ. һәм ш. уҡ исемдә урыҫ телдәрендә нәшер ителә (1988 й. тиклем, 1996–2000 йй.). 1933 й. башлап башҡ. телендә “Күмер өсөн көрәш”, “Удар баҫыуҙа”, “Удар төҙөлөш” тигән ҡушымталарын сығара. Белорет ҡ. һәм Белорет р-нының ижт.-сәйәси, соц.-иҡт. һәм мәҙәни тормошон яҡтырта. 1941–45 йй. нәшер ителмәй.

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев