УРАЛ ТӨБӘК ЭКСПЕРИМЕНТАЛЬ УҠЫТЫУ‑ҒИЛМИ КОМПЛЕКСЫ, дәүләт ҡарамағында булмаған белем биреү учреждениеһы. 1989 й. Өфөлә асыла. Комплекс составына компьютер мәктәбе, Белем биреү‑һауыҡтырыу үҙәге, “Аверс информ” (бөтәһе лә — Белорет ҡ.), “Аверс плюс” (Өфө) ЯСЙ‑лары инә. 2009 й. 85 кеше эшләгән. Эшмәкәрлегенең төп төрҙәре: урта (тулы) дөйөм белем биреү программаһы б‑са уҡытыу, профилле лагерҙар ойоштороу, уҡыусылар өсөн олимпиадалар, турнирҙар, пед. хеҙм‑рҙәр өсөн семинар һәм конференциялар үткәреү, программа тәьминәтен булдырыу һ.б. БР‑ҙың һәм РФ‑тың дөйөм белем биреү йорттары м‑н хеҙмәттәшлек итә. Ректоры — В.Г.Хазанкин (1989 й. алып).

В.Г.Хазанкин

Тәрж. Ғ.Р.Бирҙина

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.