“УРАЛ САССИ” (“Урал тауышы”), ижт.‑сәйәси гәзит. Ойоштороусылары — БР‑ҙың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, БР‑ҙың «“Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто» ДУП‑ы. Бәләбәй ҡ. аҙнаһына 1 тапҡыр сыуаш телендә сыға. 1989 й. окт. башлап “Совет Башҡортостаны” гәз. ҡушымтаһы булараҡ нәшер ителә, 1991 й. алып үҙ аллы гәзит. Тиражы — 1,5 мең дананан ашыу (2016). Гәзиттә Башҡортостан сыуаштарының ижт.‑сәйәси, соц.‑мәҙәни тормошо яҡтыртыла, әҙәби әҫәрҙәр баҫыла. Рубрикалары: “Көн артынан көн”, “Билдәле яҡташтар”, “Беҙҙең тарих”, “Республика яңылыҡтары”, “Йолалар һәм ғөрөф‑ғәҙәттәр”, “Ваҡыт пульсы” һ.б. Баш мөхәррире — Ю.Н.Михайлов (1990 й. алып).

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018