УРАЛ ДӘҮЛӘТ ЮРИДИК АКАДЕМИЯҺЫ. Екатеринбург ҡ. урынлашҡан. Өфөләге филиалы 2001 й. вәкиллек булараҡ асыла, 2002 й. хәҙ. статусын ала. Китапханаһы, 2 компьютер класы, полиграфия бүлеге һ.б. бар. Тамамлаусыларға белгес квалификацияһы, бакалавр дәрәжәһе бирелә. Уҡытыу көндөҙгө һәм ситтән тороп уҡыу бүлектәрендә “Юриспруденция” һөнәре б‑са алып барыла. Уҡытыусылар араһында 1 фән д‑ры һәм 32 фән канд. (2010). 180‑гә яҡын белгес әҙерләнгән. Филиал БР һәм РФ вуздары м‑н хеҙмәттәшлек итә. 10‑дан ашыу фәнни йыйынтыҡ баҫылған, “Академический вестник” (“Академия хәбәрҙәре”) гәз. нәшер ителә. Дир.: Р.Ә.Миңлеәхмәтов (2001 й. алып һәм 2009 й. алып), А.Ф.Миңлеәхмәтов (2008 й. алып).

Р.Ә.Миңлеәхмәтов

Тәрж. Ғ.Р.Бердина