УРАҘҒОЛОВ Рәлис Ришат улы (10.1.1965, БАССР-ҙың Ҡырмыҫҡалы р-ны Иҫке Муса а.), журналист, яҙыусы. Журналистар союзы (1993), Яҙыусылар союзы (2002) ағзаһы. БДУ-ны тамамлаған (1996). 1985–87 йй. тыуған ауылында мәҙәниәт йорто директоры. 1992 й. алып “Хеҙмәт даны” (ҡара: “Кармаскалинская новь”; 1993 й. мартынан бүлек мөдире), 1993 й. дек. – 2000 й. “Йәшлек” (1994 й. башлап бүлек мөдире) гәз., 2006–07 йй. – “Ағиҙел” ж., 2000–06 йй. һәм 2007 й. алып “Башҡортостан” гәз. хеҙм-ре. Экология, иҡт. мәсьәләләренә һ.б. арналған публицистик мәҡәләләр һәм очерктар авторы. У. “Аслыҡ” (2008) романы, “Бормалы яҙмыштар” (2004) хикәйәләр йыйынтығы донъя күрә. Ш. Хоҙайбирҙин ис. пр. лауреаты (1995).

                                                                                Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.