АРЫҪЛАНОВА Зәкиә Шәйҙулла ҡыҙы (31.1.1919, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Иҫке Күҙәй а., хәҙ. БР‑ҙың Бүздәк р‑ны Күҙәй а., — 24.12.2012, Өфө), актриса, эстрада артисы. БАССР‑ҙың халыҡ (1974) һәм атҡ. (1969) артисы. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1951). Башҡ. театр-художество уч‑щеһын тамамлағандан һуң (1940; Б.Ғ.Имашев һәм Ғ.С.Саттаров курсы) Яңауыл колхоз-совхоз театры актрисаһы, 1941 й. алып Башҡ. филармонияһының эстрада артисы, 1949—87 йй. БАДТ актрисаһы. А. ижад иткән образдар сағыу үҙенсәлеге, хистәргә бай булыуы м‑н айырылып тора. Төп ролдәре: Сәғиҙә (Ә.Һ.Бикчәнтәев һәм Р.Х.Хәйруллиндың ш. уҡ исемле драмаһы; дебют, БАДТ, 1949), Ғәлимә (М.Ғафуриҙың“Ҡара йөҙҙәр” повесы б‑са Ғ.Әмири һәм В.Ғ.Ғәлимовтыңш. уҡ исемле сәхнәләштергән әҫәре), Зөлфиә (“Бажалар”, И.Ә.Абдуллин), Мөнирә (“Үҙебеҙ һайлаған яҙмыш”, Т.Ғ.Миңнуллин) һ.б. Классик драмала Актриса Анисья (“Ҡараңғылыҡ хөкөм һөргәндә” — “Власть тьмы”, Л.Н.Толстой), Курицына (“Бәлә кеше башынан йөрөй” — “Грех да беда на кого не живёт, А.Н.Островский), леди Капулетти (“Ромео һәм Джульетта” — “Ромео и Джульетта”, У.Шекспир) һ.б. образдар ижад итә. А. Бикчәнтәев, М.Кәрим, С.М.Мифтахов, К.Мәргән, Н.Нәжми һ.б. әҫәрҙәре б‑са радио- һәм телеспектаклдәрҙә ҡатнаша. М.Ғафури, М.Горький һ.б. әҫәрҙәренән торған әҙәби программалар м‑н сығыш яһай, башҡ. проф. эстрадаһы үҫешенә булышлыҡ итә. Бөтә Рәсәй нәфис һүҙ оҫталары конкурсы лауреаты (Мәскәү, 1968); Бөтә Рәсәй эстрада артистары конкурсы дипломанты (Мәскәү, 1960).

Һ.С.Сәйетов

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке