УРАҘАЕВА Фирҙәүес Хәләф ҡыҙы (20.7.1955, БАССР‑ҙың Стәрлебаш р‑ны Йәшергән а. —27.3.2011, Стәрлетамаҡ ҡ.), педагог. Психология ф. д‑ры (2003), проф. (2004). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1981) Стәрлетамаҡ ҡ. 26‑сы урта мәктәбендә эшләй. 1984 й. алып СДПА‑ла (2003 й. башлап психологик эксперименталь лаб. мөдире). Фәнни хеҙмәттәре экологик хәл факторҙары йоғонтоһонда шәхес үҫешенең фундаменталь механизмдарын тикшереүгә, экологик яҡтан насар булған РФ төбәктәре халҡы психофизиологик хәленең компьютер моделдәрен анализлауға, тирә‑яҡ мөхитте һаҡлау проблемаларына һ.б. арналған. 120‑нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 2 уйлап табыу авторы.

Х е ҙ м.: Свойства индивидуальности и типология микрокристализации ротовой жидкости студентов. Стерлитамак, 2006 (авторҙ.); Экология человека. Стерлитамак, 2008 (авторҙ.); Функциональная диагностика головного мозга школьников и студентов. Стерлитамак, 2010.

Тәрж. Ғ.Р.Бирҙина

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.