УРАҘА БАЙРАМЫ, иң мөһим мосолман байрамдарының береһе. Шәүүәл айының (мосолман календарының 10‑сы айы) 1‑нән башлана, 3—4 көн бара. Рамаҙан айында (мосолман календарының 9‑сы айы) 30 көн дауам иткән ураҙаның тамамланыуын аңлата, ураҙа ваҡытында мосолмандар ҡояш ҡалҡҡандан ҡояш батҡанға тиклем ашауҙан, эсеүҙән, уйын-көлкөнән, тамашанан һ.б. тыйылып торорға тейеш (ауырыуҙар, 7 йәшкә тиклемге балалар, сәйәхәтселәр һ.б. азат ителә). Мосолмандар иртә м‑н мәсеткә бара, унда намаҙ уҡый, байрамдың әһәмиәте т‑да хөтбә тыңлай. Байрам йолалары башланыр алдынан диндарҙар зәҡәт‑әл‑фытыр (ҡара: Зәҡәт) тарата. У.б. ваҡытында байрам аштары бешереү, ҡунаҡҡа йөрөшөү, бүләктәр бирешеү, мәрхүмдәрҙең ҡәберенә барыу ҡабул ителгән. БР‑ҙа  1992 й. алып У.б. беренсе көнө ял – байрам көн тип иғлан ителгән.

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина